Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 11:46

Бөгөн – Изгелек эшләү көнө

Бик матур дата. Хәйер, кемгәлер, нимәгәлер изгелек, яҡшылыҡ эшләү өсөн бер ниндәй ҙә махсус көн кәрәкмәй. Шулай ҙа уны булдырып һәйбәт иткәндәр.

Бөгөн – Изгелек эшләү көнө
Бөгөн – Изгелек эшләү көнө

Кеше игелек ҡыла икән, тимәк, үҙенең дә йөрәге еңеләйеп, һулыштары киңәйеп китә.

Изгелек эшләгәнеңде мотлаҡ күрһәтеү ҙә шарт түгел. Аллаһ белә. Өҫтәүенә, беҙҙә юҡҡа ғына, изгелек эшлә лә һыуға һал, тимәйҙәр. Был әйтемдең аҙағы ла бар. Кем белә?

Әйткәндәй, Изгелек көнө 2007 йылда Израилдә билдәләнә башлаған. Тәүге сарала уҡ ете меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ойоштороусылар балаларға, ололарға, мохтаждарға ярҙам акцияһын үткәргән. Шери Арисон тигән ханым башланғысы менән үткән акция шулай донъяға таралған да, махсус дата булдырғандар.

Әйҙә, ҡулдан килгәнсә изгелек ҡылайыҡ!

Фото: vk.com

Бөгөн – Изгелек эшләү көнө
Бөгөн – Изгелек эшләү көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: