Күптәр кредит ставкалары өсөн борсола. Мәҫәлән, элек алынған ипотеканың ставкаһы күтәрелмәҫме? Ә банк ябыла ҡалһа, ни эшләргә? Бының сәбәптәре аңлашыла. Сөнки Үҙәк банктың төп ставкаһы күтәрелде, иртәгәһе көн нисек булырын белеп булмай.
Был һорауҙарға Мәскәү ипотека агентлығы белгесе Екатерина Новицкая яуап бирә.
– Юҡ. Рәсәй банкы барлыҡ банктарҙан кредит килешеүендә алдан билдәләнгән ставканы ҡуйыуҙы талап итә. Йәғни һеҙ килешеүгә ҡул ҡуйҙығыҙ икән, ставка теркәлә. Ул күтәрелә йә төшә алмай. Хатта берәй нимә булып, ябылыу ҡурҡынысы янаһа ла, һеҙҙең кредитты икенсе банкка тапшырасаҡтар. Әгәр ул банкта кредит ставкаһы икенсе икән, был осраҡта ла һеҙ килешеүгә ҡул ҡуйып, ризалашҡан шарттар шул килеш ҡаласаҡ.
Һеҙҙең кредитты икенсе банкка тапшырыу ҡаралһа, мотлаҡ һеҙгә хәбәр итәсәктәр. Интернеттан электрон хат йә «Рәсәй почтаһы» ҡағыҙ хат килеп төшәсәк, – тип белдерә белгес.
Шулай уҡ «Кредит каникулы» алыу мөмкинлеге тураһында онотмағыҙ. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт бында.