Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 10:30

Ҡытлыҡ булмаясаҡ

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов "Хәбәрҙәр-Интервью" программаһында әйтеүенсә, магазин кәштәләренән үҙебеҙҙә етештерелгән һөт, ит һәм ҡарабойҙай юғалмаясаҡ.

Ҡытлыҡ булмаясаҡ
Ҡытлыҡ булмаясаҡ

"Башҡортостан үҙен аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге менән тәьмин итте һәм итәсәк тә. Беҙ ҡулланғандан күберәк етештерәбеҙ. Һөт продукцияһы менән 130 процентҡа тәьмин ителгәнбеҙ. Ит етештереү буйынса - илдә алдынғыбыҙ. Көнбағыш майын беҙ ҡулланғандан ете тапҡыр күберәк сығарабыҙ. Ҡарабойҙай сәселгән майҙандарҙы ла киңәйтәсәкбеҙ", - тине министр.

Фото: Т. Аманов.

Ҡытлыҡ булмаясаҡ
Ҡытлыҡ булмаясаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: