Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 12:09

ЦУР: «Ялыуҙар алты тапҡырға әҙерәк. Ура!»

«Был юлы Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә беҙҙең сығыш иң ҡыҫҡаларҙың береһе булғандыр, моғайын. Проблемалар кәмей, яҡшы яңылыҡтар күбәйә бара.

ЦУР: «Ялыуҙар алты тапҡырға әҙерәк. Ура!»
ЦУР: «Ялыуҙар алты тапҡырға әҙерәк. Ура!»

Төбәк Хөкүмәте үҙе ныҡлап тотондо бит. Беҙ, Республика менән идара итеү командаһы, был йәһәттән яйлап ярҙам итәбеҙ. Халыҡтан килгән ялыуҙарҙы эшкә алабыҙ, анализлайбыҙ, кәңәшмәләр үткәрәбеҙ, мәсьәләне аҙағынаса еткерәбеҙ, ә иң ҡатмарлылары хаҡында Башҡортостан Башлығына һәм Премьер-министрға хәбәр итәбеҙ.

Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, 2022 йылда уҡыусыларҙың туҡланыу сифатына ялыуҙар әҙәйҙе. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙан 8 мартҡа тиклем Өфө буйынса беҙгә 24 хәбәр килһә, ә бер йыл элек ошо уҡ осорҙа 147 ялыу булған. Тимәк, ялыуҙар алты тапҡырға әҙерәк. Ура!

Ни өсөн ялыуҙар әҙәйҙе һуң? Премьер-министрҙа үткән кәңәшмәлә – ошо темаға ла аналитика. Мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуҙа бөтә сараларҙы үтәүгә ҡаты контроль алып барыла. Бында ата-әсәйҙәр ҙә, комиссиялар ҙа ҡатнаша. Балаларға ашарға әҙерләгән компаниялар техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыла. Мәктәп ашханаларын модернизациялау. Дөйөм алғанда, намыҫһыҙ аутсорсерҙарҙы уҡыусыларҙы сифатлы һәм тәмле аҙыҡ менән туҡландырыу теләге солғап алды.

Шулай ҙа үҙҙәрен күрһәтеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, быйыл ғинуар айында Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан бер ҡатын мәктәп ашханаһындағы проблема хаҡында яҙған. Баҡһаң, балаларға сифатһыҙ омлет әҙерләнгән була. Сәбәбе – сифатһыҙ ҡалай табаларҙы ҡулланыу. Аҙаҡ сәбәптәрҙең бөтөрөлөүе аңлашыла.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһының 69-сы мәктәбендә лә проблемалар булды. Тикшереү ашхана хеҙмәткәрҙәренең ризыҡ әҙерләү технологияһын һәм температура режимын боҙоуын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә ашнаҡсылар бригадаһы алмаштырыла.

Артабан нимәләр көтә? Быйыл апрелдә Республика менән идара итеү үҙәгендә  мәктәп туҡланыуын ойоштороу һәм сифаты буйынса тағы бер мәғлүмәт панеле барлыҡҡа киләсәк. Проектты Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Һанлы үҫеш министрлыҡтары әҙерләй. Шуға күрә контроль тағы ла артасаҡ, ә ялыуҙар, моғайын, аҙыраҡ булыр”, – тип социаль селтәрҙәрҙә Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә.

Туҡланыу буйынса ҡыҙыу бәйләнеш:
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы: 8 (347) 223-00-23 (8.30 - 17.30, тәнәфесһеҙ).

Мәғариф һәм фән министрлығы: 8 (347) 292-11-52 (9.00 - 18.00, 13.00-14.00 – төшкө аш).

Өфө ҡала хакимиәте: 8 (347) 248-79-55 (9.00 - 18.00, 13.00-14.00 – төшкө аш)

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: