Стәрлетамаҡта өс малай юғалған - балалар 13 мартта билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән. Был хаҡта «Отклик» эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәбәр итә.
Юғалғандар араһында - 7 йәшлек Рамаҙан Ғәйнетдинов. Малайҙың буйы - 122 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле. Бала һоро башлыҡ, зәңгәр куртка, күк джинсы, һоро ботинка кейгән.
Шулай уҡ 13 йәшлек Владимир Гнучий юғалған. Уның билдәләре: буйы - 142 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле. Ул ҡара башлыҡ, тиренән тегелгән капюшонлы бейә куртка, күк джинсы, ҡара ботинка кейгән булған.
Юғалғандың өсөнсөһө - 16 йәшлек Даниил Петров. Уның билдәләре: буйы - 154 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һарғылт сәсле, ҡара күҙле. Ул ҡара башлыҡ, һоро оҙонса куртка, һоро джинсы, ҡара ботинка кейгән.
Малайҙарҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙе 898710601 йәки 02 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.
Фото: Т. Аманов