Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 13:35

Республика нисек яҙғы ташҡынға әҙерләнә?

Быйыл һыу ятҡылыҡтары кимәлен 54 гидропост тиклешәрәск. Был былтырғыға ҡарағанға 10-ға күберәк.   Ҡотҡарыусылар ташҡынды "Паводок 2.0" мәғлүмәт системаһы аша тикшерәсәк. Ә республика халҡы https://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB һылтанмаһы аша Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР комитеты сайтында күҙәтә аласаҡ.  

Республика нисек яҙғы ташҡынға әҙерләнә?
Республика нисек яҙғы ташҡынға әҙерләнә?

 Унда барлыҡ гидропостарҙы ҡарарға һәм онлайнда йылғалар кимәлен күҙәтергә, видео камералары аша ҡарарға була. Бында һыу күтәрелгәндең һуңғы өс тәүлеге күренәсәк.

 Быйыл Башҡортостан йылғаларында боҙ ҡалынлығы күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр кимәленән кәмерәк, тығындар барлыҡҡа килеү ихтималы кәмей. Шулай ҙа уларҙың 22 муниципалитеттың 57 урынында хасил булыуы мөмкин. Яҙғы ташҡын быйыл нисек үтәсәген Башгидрометүҙәк 25 мартта белдерәсәк.  
 
 Һыу ташҡанда нимә эшләргә кәрәк? Кәңәштәр ошонда:  https://gkchs.bashkortostan.ru/activity/20780/

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: