Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 18:19

Оҙаҡламай Донбасҡа тағы ла гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ

Әле республикабыҙҙа Донбаста йәшәүселәр өсөн 20 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйылған. Икенсе партия ылауҙы  18 мартта оҙатыу күҙаллана.

Оҙаҡламай Донбасҡа тағы ла гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ
Оҙаҡламай Донбасҡа тағы ла гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ

Республика халҡы көн һайын «Берҙәм Рәсәй» партияһы базаһында асылған гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе килтереүен дауам итә. Күбеһенсә оҙаҡ һаҡлана торған  аҙыҡ-түлек – сәй, шәкәр, макарон изделиелары, он, печенье, ярмалар, бал, консервалар, ҡәһүә, балалар аҙығы, кеҫәл, эсергә яраҡлы һыу килтерәләр. Шулай уҡ шәхси гигиена саралары, таҫтамал, балалар һәм өлкәндәр кейемдәре, урын кәрәк-ярағы, көнкүреш техникаһы – электр сәйнүктәре, һауыт-һаба, балалар өсөн бик күп әйберҙәр – дәфтәрҙәр, альбомдар, ҡәләмдәр, буяуҙар, уйынсыҡтар, китаптар, мәктәп кәрәк-яраҡтары, подгузниктар килтереүселәр ҙә бар.

Гуманитар ярҙам йыйыу пункты ирекмәне Руслан Латипов һөйләүенсә, Межгорье халҡы гуманитар ярҙамды республика йәмәғәт ярҙамы штабына ебәргән.

«Кейем-һалым йыйыуға эшҡыуарҙар, ҡала халҡы, бик күп ойошма хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ҡаланың төрлө берләшмә ағзалары ҡушылды. Тиҙ арала 700 килограмдан ашыу  аҙыҡ-түлек, балалар аҙығы, төрлө ярмалар, киптерелгән һөт, гигиена саралары йыйылды», –  ти  ул.

Бөтә республика буйынса 1730 әүҙем кеше Луганск  һәм Донецк халыҡ республикалары граждандары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша. Ирекмәндәр көн һайын йыйылған беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе фасовкалай һәм айыра.

«Ҡабул итеү пунктына ҡала халҡы еңел автомобилдәрҙә килә, ирекмәндәр уларға машинаны бушатырға ярҙам итә. Һауыттарға тултырылған һыу, консервалар, кер йыуыу порошоктары, теш пасталары килтерелә. Йыйылған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәрен – барыһын да беҙҙең ирекмәндәр айыра», - тип билдәләне Сибайҙағы урындағы партия бүлексәһенең «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканан Донецк һәм Луганск республикалары халҡына 75 тонна гуманитар ярҙам алып барып еткерелгәйне. Аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡтар төбәктең барлыҡ район-ҡалаларҙан йыйылды.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә ҡабул ителә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: