Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 17:05

«Инстаграм»ды «бикләү» законға ярашлы эшләнде

Абруйлы ғалимдар социаль селтәрҙәр буйынса үҙ фекерен белдерҙе.

«Инстаграм»ды «бикләү» законға ярашлы эшләнде
«Инстаграм»ды «бикләү» законға ярашлы эшләнде

Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимы, сәйәси һәм социаль коммуникациялар кафедраһы мөдире Эдуард Гәрәев Facebook һәм Instagram селтәрҙәренең мәғлүмәт һуғышы майҙансығына әүерелеүен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бында рәсәйлеләргә ҡарата көс ҡулланырға саҡырыу рәсми рәүештә рөхсәт ителгән. 

«Facebook һәм Instagram селтәрҙәрен аралашыу һәм фотоһүрәттәр менән уртаҡлашыу майҙансығы тип атау – төптө яңылыш фекер. Улар – хәҙер әхлаҡ ҡағиҙәләрҙән һәм закондан алыҫлашҡан сәйәсиләштерелгән көс. Ошо мәғлүмәт һуғышында беҙ еңелеп барабыҙ. Сөнки беҙҙең техник ресурстар аҙыраҡ. Беҙ уны контролләй ҙә алмайбыҙ. Шуға күрә Meta платформаһын блокировкалау законға ярашлы эшләнде, тип әйтә алабыҙ», – тине профессор.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Элемтә, мәғлүмәти технологиялар һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт кисә Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт ун икелә Instagram селтәрен бикләне.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: