Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 14:07

Халыҡҡа ярҙамға - социаль контракт

Социаль контракттар программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.

Халыҡҡа ярҙамға - социаль контракт
Халыҡҡа ярҙамға - социаль контракт

Бер йылда дүрт йүнәлеш - эш эҙләү, эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү һәм ауыр тормош хәлен яҡшыртыу буйынса 5 мең 102 контракт төҙөлгән. Программаны тормошҡа ашырыуға 486 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙың 428 миллионы - федераль бюджеттан. Социаль контракттар һөҙөмтәле булыуын күрһәткән. Мәҫәлән, эш эҙләгәндәрҙең 80 проценты эшкә урынлашҡан. Эшҡыуарҙарына килгәндә, уларҙың күпселеге үҙ эшен дауам итә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың да, ауыр тормош шарттарында ярҙам алған ғаиләләрҙең дә йәшәү кимәле артҡан.

Быйыл эшҡыуарлыҡ өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ. Программала ҡатнашыусылар - эш башлаусы йүнселдәр генә түгел, шулай уҡ ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа- "Минең бизнесым" үҙәктәре базаһында консультация, лицензия алыу форсатына эйә буласаҡ, уҡый ҙа аласаҡ. 

- Был бик мөһим йүнәлеш, хәҙер ул тағы ла мөһимерәк була башланы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы Радий Хәбиров. - Беҙгә хеҙмәт баҙарында хәлде тикшереп торорға кәрәк. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эше һәм иҡтисади хәлде яҡшыртыу һөҙөмтәһендә беҙ эшһеҙлектең иң түбән кимәленә сыҡтыҡ, ә хәҙер хәлдең ҡырҡыулашыуы ихтимал. Шуға иғтибар итегеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: