Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 14:27

Файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалымдарҙың ике тапҡыр артыуы көтөлә

Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалымдарҙың ике тапҡыр артыуы көтөлә. Башҡортостандың Финанс министрлығы файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалым буйынса мөмкинлектәрҙе асыҡлау буйынса саралар ойоштора. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов хәбәр итте.

Файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалымдарҙың ике тапҡыр артыуы көтөлә
Файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалымдарҙың ике тапҡыр артыуы көтөлә

"Финанс министрлығы тейешле аналитик инструментарий әҙерләгән. Күҙаллауҙар буйынса, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға һалым йыйыу буйынса бюджет табыштарын арттырыуға ҙур потенциал бар", - тине Азат Бадранов.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым суммаһы - 132,3 миллион һум, 2020 йылда - 167,6 миллион һум, ә 2021 йылда 173,9 миллион һум тәшкил иткән. "Һәм был сик түгел", - тип йомғаҡ яһаны Азат Бадранов.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: