Бөгөн, 14 мартта, Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт министры Александр Булушев уҙған аҙнала һауа транспортында булған бер нисә осраҡ хаҡында һөйләне. Чиновник һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала ғәҙәттән тыш хәлдәр күктә теркәлмәне, ләкин «Өфө ҡалаһы аэропортына бәйле булмаған» дүрт рейс тотҡарланды һәм өс рейс кисектерелде.
- «Өфө» аэропорты мәғлүмәттәре буйынса, 10 марттан 12-нә тиклем «Өфө - Новосибирск», «Өфө - Бованенко», «Мәскәү - Өфө» авиарейстарында законһыҙ ҡатнашыу акттары тураһында биш хәбәр килгән. Һауа судноһы командиры ҡарары буйынса Мәскәү - Өфө рейсы Ҡазандың запас аэродромына ултырҙы, - тине Башҡортостандың транспорт министры Александр Булушев.
Чиновник билдәләүенсә, законһыҙ ҡыҫылыу хәүефе хаҡында мәғлүмәт раҫланманы. Пассажирҙарҙы контролдә тотоу һәм тикшереү саралары көсәйтелде.
Фото: Т. Аманов