Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 12:55

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законлы эшләүе контролдә тотола

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов "Ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның эше тураһында" сығыш яһап, әлеге ваҡытта ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына бәйле мәсьәләләрҙең эҙмә-эҙлекле хәл ителеүен белдерҙе. 

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законлы эшләүе контролдә тотола
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законлы эшләүе контролдә тотола

2021 йылда республика етәксеһе ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
Комиссия үҙҙәренең эшмәкәрлеге сиктәрендә 2021 йылдың икенсе ярты йыллығында түбәндәге эштәрҙе башҡарған:

1. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан карьерҙар реестры булдырылған. Башҡортостан Республикаһында йәмғеһе 355 карьер иҫәпләнә, бынан тыш шулай уҡ рекультивацияға мохтаж 96 ташландыҡ карьер бар. Рекультивация үткәрмәгәндәргә ҡаршы әлеге ваҡытта судҡа 10 иск бирелгән.

2. Муниципаль район-ҡала округтары хакимиәттәре һәм ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыусылар араһында социаль-иҡтисади үҫеш тураһында (аныҡ ярҙам проекты күрһәтелеп) килешеүҙәр төҙөү тәҡдим ителгән.

3. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының "Гидротехник ҡоролмаларҙы файҙаланыу идаралығы" дәүләт ҡаҙна учреждениеһына маркшейдерҙар эшкә алына. Был ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу күләмен оператив һәм теүәл иҫәптә тоторға булышлыҡ итәсәк, контроль-күҙәтеү һәм тикшереү сараларын үткәреүҙе тиҙләтәсәк.

4. Учалы һәм Сибай ҡалаларында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль бүлексәләре төҙөлгән.

5. Учалы районында «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналык» һәм «Графское» алтын табыу компанияларының эшмәкәрлеге әлегә туҡтатылған. Һуңғы ике компания эшмәкәрлегендә тәбиғәткә 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелгән.

6. Ҡырмыҫҡалы районындағы Оло Толпаҡ күле янында карьер эшкәртеү туҡтатылған. Уға әлеге ваҡытта урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.

Быйыл ҡар иреп, миҙгелле эштәр башланыу менән Иглин һәм Өфө райондарында ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эше тикшереләсәк. Бындай тикшереү йомғаҡтары буйынса, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында 3 предприятиеның лицензияһы әлегә туҡтатылған, 2 лицензия ғәмәлдән сығарылған.

Ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген, бигерәк тә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе сәнәғәт категорияһына күсереү йәһәтенән эшен контролдә тотоу мәсьәләһе көн тәртибендә ҡала. 

- Үкенескә күрә, ер аҫтын файҙаланыусылар урындағы халыҡ менән лицензия алғандан һуң ғына аралаша башлай, ә бит муниципалитеттар менән алдан һөйләшергә, халыҡ менән алдан килешергә кәрәк, - тине Азат Бадранов. - Мәҫәлән, Баймаҡ районында ҡайһы бер ер аҫты байлыҡтарын файҙаланған ҡулланыусылар йылдар буйына урындағы халыҡтың талаптарын үтәмәгән, хәҙер ышанысты тулыһынса юғалтҡан. Һөҙөмтәлә уларҙың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе сәнәғәт тәғәйенләнешендәге ерҙәр категорияһына күсереү буйынса проблемаһы бар, ә был процедуранан тыш ер аҫты байлыҡтарын табыу законһыҙ тип иҫәпләнә.

Урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын кәметеү маҡсатында сабынлыҡ биләмәләрен юридик яҡтан рәсмиләштереү буйынса эш алып барыла. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто өсөн мотлаҡ түләүҙәрҙе тотҡарлаған предприятиеларҙы асыҡлау буйынса ла эш ойошторолған.

"Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларға ғәмәлдәге лицензиялар реестры"на ярашлы, 2022 йылдың 31 ғинуарына ҡарата Урал аръяғы биләмәһендә (Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары) 39 лицензия буйынса 22 ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусыларға ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланырға хоҡуҡ бирелгән. Уларҙың һигеҙе - төҙөлөш ташы ятҡылыҡтарын эҙләү, баһалау маҡсатында геологик өйрәнеүгә. 2021 йылда 12 лицензия буйынса табыу эштәре алып барылған.

БР Экология министрлығы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса эштәргә ентекле анализ яһап, тикшереү йомғаҡтарына ярашлы Баймаҡ районы буйынса ике лицензияны ғәмәлдән сығарған, ике лицензияны ғәмәлдән сығарыу процедураһын башлаған; Баймаҡ районында - 8 лицензия, Йылайыр районында 6 лицензия буйынса компанияларҙың эшмәкәрлектәре алты айға туҡталып тора (ҡуйылған шарттарҙы үтәмәгәндә лицензиялары ғәмәлдән сығарыласаҡ).

- Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыусылар үҙҙәренең эшмәкәрлеген юридик яҡтан рәсмиләштереүгә етдиерәк ҡарай башлаған. Әммә был өлкәлә эштәр күп әле. Ведомство-ара комиссияның эш тәжрибәһен ыңғай тип иҫәпләп, был өлкәлә тәртип булдырыу буйынса системалы эште дауам итербеҙ тип уйлайым, тине Азат Бадранов.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: