Өс йыллыҡ динамикаға ҡараһаҡ, ошо осорҙа республика инвестициялар 31,3 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, ил буйынса был ни бары 9,4%. Аҡсалата сағылышта республика иҡтисадын үҫтереүгә инвестициялар үҫеше 3 йылға 150 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Республика иҡтисадында һуңғы тапҡыр бындай үҫеш 2005-2008 йылдарҙа ғына булғайны.
Уҙған йылда инвестиция күрһәткестәренең ыңғай динамикаһына бер нисә тармаҡ тос өлөш индергән. Был: эшкәртеү секторы, логистика (транспортировка һәм һаҡлау), файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлгес һәм бысраҡ һыуҙарҙы утилләштереү, сауҙа өлкәһе һәм төҙөлөш. Предприятиелар араһында 2021 йылда "Салауатбыяла", "Шишмә шәкәр заводы", "Юл-транспорт-төҙөлөш", "Башагроинвест" йәмғиәтендә һ.б. инвестициялар күләменең ыңғай динамикаһы күҙәтелә.
Инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса эш сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы потенциаль инвесторҙарҙың базаһын әҙерләп, уларға инвестиция тәҡдимдәрен ебәрә, һөйләшеүҙәр алып бара, эшмәкәрлектәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Һөҙөмтәлә Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары һаны йыл эсендә 400-гә артҡан. Аҡсалата сағылышта үҫеш 110 миллион һум йәки 9% тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта республикала 1790 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана, был 60 меңгә яҡын яңы эш урынын булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ҡатмарлы тышҡы сәйәси шарттарҙа инвесторҙарҙы юғалтмаҫ өсөн, төбәктә уларға иң яҡшы инвестиция шарттарын тәьмин итеү бурысы тора.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.