Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 13:00

Башҡортостандың ҡайһы бер ауылдарында «ҡоро закон» ҡабул итеүҙәре ихтимал

Законды ғәмәлгә ашырыу өсөн халыҡ теләк белдергән.

Башҡортостандың ҡайһы бер ауылдарында  «ҡоро закон» ҡабул итеүҙәре ихтимал
Башҡортостандың ҡайһы бер ауылдарында «ҡоро закон» ҡабул итеүҙәре ихтимал

Башҡортостандың биш тораҡ пунктында «ҡоро закон» индереүҙәре ихтимал. Улар - Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй, Хоҙайбирҙин һәм Сәлих, шулай уҡ Көйөргәҙе районының Яҡшембәт һәм Яҡут ауылдары. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Урындағы халыҡтың хәмер һатыуҙы тыйыу тураһында күмәкләп ҡарар ҡабул итеүе билдәләнде. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, был эште республика законын ҡабул итеү аша тормошҡа ашырырға  мөмкин. Уның проектын район советы әҙерләй. Әммә документ республика хөкүмәтенән ыңғай яуап алырға һәм көйләү йоғонтоһон баһаларға тейеш.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: