"Коронавирус бөткәс, заманса техника менән йыһазландырылған был госпиталь киң профилле яҡшы дауахана буласаҡ. Ул ике ҡала һәм сиктәш булған ете район халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Был дөйөм алғанда республика һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазыла госпиталде асыу тураһында.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың әйтеүенсә, Башҡортостанда ковид менән ауырыған бөтәһе 260,6 мең кеше теркәлгән, 226 мең кеше һауығып сыҡҡан. Хәҙер дауаханала 200 кеше дауалана, башлыса был оло йәштәгеләр. Уларҙың 30-ы - ауыр хәлдә, дүртәүһе - үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Уҙған ике көндә Башҡортостанда коронавирустан 11 пациент вафат булған (пандемия башланғандан алып бөтәһе 5 392 кеше вафат булған).
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.