Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 11:54

"Бәйләнештә" соцселтәре эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙер

Бының турала ЦУР хәбәр итте. Үҙ эшен асыусы/алып барыусылар "Бизнес Вконтакте" платформаһын ҡулланып бушлай интернет кибете төҙөй ала.

"Бәйләнештә" соцселтәре эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙер
"Бәйләнештә" соцселтәре эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙер

 Быны эшләр өсөн бизнестың сәхифәһен булдырырға, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе өҫтәргә кәрәк. Аҙаҡ махсус конструктор ярҙамында кибетте эшләргә була. Түләүҙәр VK Pay аша башҡарыла, ул илебеҙҙең барлыҡ эре банктары карталарын ҡабул итә. Тауарҙы ташыу өсөн Boxberry, СДЭК ҡулланыла.

 Тулы мәғлүмәт ошонда:
https://vk.company/ru/press/releases/11108/

Башҡортостанда үҙ эштәре менән мәшғүлдәр һәм эшҡыуарҙар федераль/төбәк дәүләт ярҙамын ҡуллана ала. Бының хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров та яҙған ине: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_768148

«Минең бизнес» үҙәгендә эшҡыуарҙар өсөн көрсөккә ҡаршы ҡыҙыу линия ла ойошторолған: +7 (347) 224-99-99 (по будням с 9.00 до 20.00).

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: