Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2022, 19:44

Бөрйәндә ҙур сара үтә

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 16 мартта Бөрйән районында «Ижади майҙан» тип аталған күсмә сара уҙғара.

Бөрйәндә ҙур сара үтә
Бөрйәндә ҙур сара үтә

Башҡорт ҡоролтайының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә,  сарала семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

«Беренсе семинарҙы нәҡ Бөрйәндә — Көньяҡ Уралдың «йөрәгендә», Шүлгәнташ мәмерйәһе, тауҙар төйәгендә, Урал батыр хаҡында халыҡ хәтере һаҡланған яҡта — үткәреү ҙур мәғәнәгә эйә. «Маҡсатлы аудиторияға башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ ҡиммәттәрен нисек еткерергә?» — был тематик йыл саралары планын төҙөгәндә төп һорау булды. Ун йүнәлештең һәр ҡайһыһы башҡорт халҡының бай этномәҙәниәтенән айырым өлөштө алып тора. Быуаттар мираҫы музей экспонаты түгел, ул заманға ҡулайлашып, мәҙәниәттә, мәғарифта, фәндә яңы үрҙәргә нигеҙ булырға тейеш. Бөрйәндәге семинар район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн йүнәлтелгән — нәҡ улар ошо өлкәлә халыҡ менән туранан-тура эшләй. Бындай семинарҙарҙы йыл дауамында үткәрәсәкбеҙ һәм унан һуң да дауам итербеҙ тип ышанам. 
Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары кеүек үк, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы ла рухыбыҙҙы нығытыуға тос өлөш индерер. Был йәһәттән үҙ эшен яратып, фиҙакәрлек менән башҡарған район, ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә таянабыҙ - әлеге семинар тап улар өсөн» — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

«Кинематография» йүнәлеше аудиторияһында урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп телестудиялары тәрбиәләнеүселәре буласаҡ. Әҙәбиәт кластарында ҡатнашыусылар журналистика нигеҙҙәренә, һүҙмә-һүҙ грамоталы тәржемә итергә өйрәнәсәк. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән эшләү, уларҙа яҙыу һәләтен үҫтереү юлдарын күрһәтәсәк. Театр яратыусылар һәм профессионалдар өсөн айырым оҫталыҡ кластары уҙғарыу планлаштырылған. Үҙешмәкәрҙәр театрының әһәмиәте ҙур, ул — таланттарҙы асыу мөмкинлеге. «Урал батыр мәктәбе» проектында, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте активистары, йәштәр менән осрашыуҙарҙа иһә рухи-әхлаҡи тәрбиә ысулдары ҡараласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir

Бөрйәндә ҙур сара үтә
Бөрйәндә ҙур сара үтә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: