-1 °С
Болотло
Үткән быуаттың 80-се йылдарында тарала башланы видеомагнитофон. Ул тәүҙә байлыҡ күрһәткесе ине.
1956 йылдың 14 мартында был техниканы иң беренсе булып Америка журналистарына күрһәткәндәр. Видеомагнитофонды рус инжерены А. Понятов уйлап тапҡан. Ул – тәүҙә (1917 йылда) Францияға, шунан АҠШ-ҡа күскән булған. Тап Америкала, Сан-Францисколағы гаражында ошо техниканы эшләгән ул.
Видеомагнитофонды «Ампекс» фирмаһы сығара башлай.
Баҡһаң, АҠШ-та халыҡтың 84 процентында видеомагнитофон бар, имеш.
Хәҙер был техника бөттө инде. Уға алмашҡа DVD килгәйне, уныһын да оноторҙар тиҙҙән.