Өфө хакимиәте 24 марттан 22 апрелгә тиклем баш ҡала биләмәһендә йөк машиналары хәрәкәте өсөн ваҡытлыса сикләү индерергә ҡарар итте. Мэрия мәғлүмәте буйынса, ҡалаға ингән ерҙә тейешле юл билдәләре ҡуйыла. - Сикләү яҙғы юл өҙөклөгө осоронда юл япмаһын һаҡлау маҡсатында индерелә. Күсәргә йөкләнеш билдәләнгән сиктән артҡан транспорт сараларына хәрәкәт автомобиль юлдарына килтерелгән зыян ҡапланғас һәм махсус рөхсәт алған осраҡта ғына мөмкин, - тип билдәләнеләр муниципалитетта. Түләүҙең күләме йөктөң ауырлығына һәм маршруттың оҙонлоғона бәйле. Ойошма етәкселәренә 24 мартҡа тиклем йөк индереп ҡалырға кәңәш ителде.
Фото: Т. Аманов