Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2022, 07:00

Тыныслыҡ эҙләгәндә...

Бер ир йәшәгән. Ул үҫешкә ынтылған, көслө һәм уңышлы булырға тырышҡан.

Бер көндө, энергия йыям тип, медитация алымын һайлаған.

Фатирында уңайлы урын табып ултырған һәм тәрән итеп тын алған. Тик шундуҡ күршеләренең әрләшкән тауышын ишеткән.

Күңелһеҙ хәлгә ҡалған ир, медитация менән өйҙә бер нәмә лә булмаҫ, тип уйлап, паркка сыҡҡан. Тик унда ла тыныслыҡҡа өлгәшә алмаған: йә балалар тауышы ҡамасаулаған, йә эт өргәне йәнен көйҙөргән.

Тамам асыуы ҡабарған ир парктан урман-ҡырға юлланған. Машинаһында күпмелер барғас, бәләкәйерәк бер аҡланды күреп, һоҡланған да, шунда урынлашҡан. Шундай матур тәбиғәт ҡосағында тынғы буламы ни?! Иргә әле ҡоштар һайрауы, әле япраҡтар ҡыш­тырлауы, әле ел тауышы ҡамасаулаған. “Ниңә миңә бер ҡайҙа ла тыныслыҡ юҡ?” – тип мығырлап, ир тағы тороп киткән. Шул саҡ ҡараштары ҡаршы­лағы ҡуйы урманға туҡталған. Медитация, тип ныҡышҡан ир шунда йүгергән. Ыхылдап-пыхылдап туҡтаһа, бер мәмерйә ауыҙына барып сыҡҡан, имеш. “Бына, исмаһам, тыныс урын!” – тип шатланған ул. Инде генә тыныслыҡҡа сумайым тиһә, мәмерйә төпкөлөндә һыу тамыуын ишеткән.

Шул саҡта кешенең бер хыялы барлыҡҡа килгән – идеаль тыныслыҡты тәьмин итерлек йорт һалыу. Бер-ике йылдан уның тулыһынса тауыш изоляциялы коттеджы ҡалҡып сыҡҡан.

“Хәҙер рәхәтләнеп медитацияларға була...” – балаҫын йәйеп, күҙен йомған ирҙең ҡолағына сәғәт текелдәүе “бәреп ингән”. Сәғәтен алып ташлаған ныҡыш кеше тулы тыныслыҡта ҡалған.

Ә шул саҡ: дөп, дөп, дөп... Был  йөрәгенең тауышы икән!

Аңланы, буғай, ул ир: донъя, бар ғаләм шул тиклем матур, тик күңелең тыныс булһын.

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: