Иҫке Аҡбүләк ауылында уҙған төндә, 13 мартта, үлемесле янғын була, ул 26 йәшлек егеттең ғүмерен өҙгән. Уның 66 йәшлек дуҫы 13% тәне йәрәхәтләнгән. Ирҙең бите, башы, ҡулы 1-се һәм 2-се дәрәжәле бешеү алған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, улар 1 тула 5 минуттан янғын тураһында шылтыратыу ҡабул итә. Тере ҡалған кешене күршеләре ҡотҡарған, утты һүндереү 1:49-ға тиклем дауам иткән. Ут һүндерелгән ваҡытта мәйет табыла.
Әле фажиғәнең сәбәбе асыҡлана. Урында тәфтишселәр эшләй.
Фото: Т. Аманов