Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2022, 21:10

Башҡортостан вахтасылары башҡа бер ҡасан да өйҙәренә ҡайтмаясаҡ

Улар тыуған йорттарынан алыҫта һәләк булған.Нимә булғаны сайтта.

Башҡортостан вахтасылары башҡа бер ҡасан да өйҙәренә ҡайтмаясаҡ
Башҡортостан вахтасылары башҡа бер ҡасан да өйҙәренә ҡайтмаясаҡ

Кстов ҡалаһы янында Өфөнөң «Нефтеавтоматика сауҙа-етештереү предприятиеһы» ның ике кешеһе һәләк булған һәм икәүһе зыян күргән.

Урындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 3 мартта киске сәғәт 6-сы яртыла Кстов урау юлының 15-се саҡрымында компания хеҙмәткәрҙәре «УАЗ»да «ЛУКОЙЛ-Нижегороднефтеоргсинтез» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объектынан ҡуртымға алынған торлаҡ яғына хәрәкәт иткән. Автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сығып оса һәм ҡаршыһына килгән йөк машинаһы менән бәрелешә.

Юл фажиғәһендә 31 йәшлек электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, 45 йәшлек монтажсы һәләк булған. Зыян күргәндәр - 33 йәшлек һәм 57 йәшлек электр монтажсылары.
Тере ҡалғандарҙы Н.А. Семашко исемендәге клиник дауаханаһына оҙатҡандар.

Әле Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бәхетһеҙ осраҡты тикшерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: