Ҡарарға ярашлы, Башҡортостан өлөшөнә 1867 кеше тура килә. Республика Донбасс ҡасаҡтарын ҡабул итергә күптән әҙер.
Әйткәндәй, күскенселәр Украинаның төрлө төбәгенән, Донбастан ғына түгел. Иң күбе Воронеж өлкәһенә киләсәктәр - 7000 кеше. Краснодар крайына, Ҡырымға, Ростов һәм Белгород өлкәләренә байтаҡ кеше билдәләнгән. Күптәренә күсенгәндәр ҙә инде. Волга буйы федераль округында иң күп ҡасаҡты Пенза өлкәһе ҡабул итергә әҙерләнә - квота буйынса 2230 кеше.
Фото: vk.com