Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2022, 12:44

Бөгөн – Халыҡ-ара планетарийҙар көнө

Йыл һайын марттың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. Иң тәүҙә уны 1990 йылда Италияла үткәргәндәр. Баҡһаң, был илдә планетарийҙар ассоциацияһы бар икән. Беҙҙең илгә ул иҫтәлекле дата 1994 йылда килеп ингән.

Бөгөн – Халыҡ-ара планетарийҙар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара планетарийҙар көнө

Ә һеҙҙең планетарийҙа булғанығыҙ бармы? Барығыҙ, йондоҙҙарҙы яҡынданыраҡ күрегеҙ.

Әйткәндәй, планетарий модулен 1923 йылда немец ғалимдары төҙөгән. 1925 йылда Мюнхенда донъялағы иң тәүге планетарий барлыҡҡа килгән.

СССР-ҙа беренсе планетарий 1929 йылдың 5 ноябрендә Мәскәүҙә асылған. Ә йыһан менән ныҡ ҡыҙыҡһынған осорҙа - 50-60-сы  йылдарҙа улар күп кенә төҙөлә.

Әле беҙҙә 40 шундай объект бар. Береһе – Өфөлә (фотола). Иң тәүге лекциялар 1964 йылдың 22 июнендә башлана. Темалары Марс планетаһына, Ҡояшҡа, географик асыштарға арнала. Хатта атеизмға бәйле лекциялар ҙа уҡылған.

Донъяла иһә 2000 тирәһе планетарий эшләй.

Уларҙа ғилми тикшеренеүҙәр ойошторола, белгестәр әҙерләнә, биологтар ҡоштарҙың йондоҙҙар хәрәкәтенә ҡарап күсешен өйрәнергә тырыша.

 

Бөгөн – Халыҡ-ара планетарийҙар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара планетарийҙар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: