Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2022, 18:40

Ғаиләләр тарҡала

Башҡортостанда аномаль һынылыш күҙәтелә. Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле.

Ғаиләләр тарҡала
Ғаиләләр тарҡала

Башҡортостанда ғаилә мөнәсәбәттәрендә аномаль һынылыш күҙәтелә: айырылышыуҙар һаны яңы никахтар һанынан күберәк. Росстат ғинуар йомғаҡтары буйынса ошондай иҫ киткес мәғлүмәттәр еткерә. Рәсми мәғлүмәт буйынса, ғинуарҙа Башҡортостанда 1156 яңы ғаилә теркәлгән. Был уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда 78-гә аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта айырылышыуҙар һаны киреһенсә 184-тән - 1285-кә тиклем артҡан. Шулай итеп, айырылышыуҙар яңы никах теркәүҙәргә ҡарағанда яҡынса 10 процентҡа күберәк булып сыҡты. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Волга буйының бөтә төбәктәре араһында Башҡортостанда ғына ошондай айырылышыуҙар һаны күҙәтелә.
Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә лә яңы никахтар һаны аҙыраҡ. Әйткәндәй, Татарстандан тыш, Волга буйының бөтә төбәктәрендә лә ошондай ғәжәйеп хәл күҙәтелә. Беҙҙең күршеләрҙә генә айырылышыуҙарға ҡарағанда яңы никахтар күберәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: