Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2022, 22:03

Йоҡлар алдынан ниндәй ризыҡтарҙан тыйылыу яҡшыраҡ?

Бының буйынса табип-диетолог, медицина фәндәре докторы Маргарита Королева файҙалы кәңәштәрен бирҙе.

Йоҡлар алдынан ниндәй ризыҡтарҙан тыйылыу яҡшыраҡ?
Йоҡлар алдынан ниндәй ризыҡтарҙан тыйылыу яҡшыраҡ?

Ул йоҡлар алдынан татлы, тоҙло һәм майлы ризыҡтарҙан тыйылырға кәңәш итә. Ризыҡты киске сәғәт 7-нән дә һуңға ҡалмай ҡабул итергә кәрәк, ти ул. Һуң ашалған киске аш үҫеш  гормонының һәм мелатониндың эшен боҙа, тип аңлата эксперт. Был төнөн организмда барған йоҡо һәм уның менән бәйле күренештәрҙең боҙолоуына килтереүе ихтимал. Организм аҙыҡ-түлекте эшкәртеүгә йәлеп ителгәнгә күрә, кеше ял итмәйенсә уянасаҡ.

Тоҙло ризыҡты ашау иртәнсәк шешенеү ҡурҡынысы менән янай. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланған кешеләргә бындай аҙыҡ-түлектән баш тартыу айырыуса мөһим, сөнки улар ҡан баҫымын күтәрә, ти эксперт.

Шулай уҡ төндә татлы ризыҡтан да тыйылырға кәрәк. «Киске ваҡытта тәм-томдарҙы даими ҡабул итеү инсулинды ҡабул итеүҙең боҙолоуына килтерә. Кәм тигәндә был организмды ваҡытынан алда ҡартайта», – ти белгес.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: