-1 °С
Ясна
Бөгөн төндә Дүртөйлө-Борай автомобиль юлында 1971 йылғы ирҙең фураһы емерелеп, туңа башлауы хаҡында хәбәр килә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тиҙ арала ярҙамға йүнәлә. Ҡотҡарыусылар зыян күреүсегә йылынырға ярҙам иткән һәм, уның башҡаса ярҙамға мохтаж булмауына инанғас, кире әйләнеп ҡайтҡан. Водитель эвакуациянан баш тартҡан.
Фото: Т. Аманов