Был бинаны бик ҡыҫҡа ваҡытта – 45 көндә төҙөнөләр. Проекты Зубовола һәм Стәрлетамаҡтағы госпиталдәр кеүек үк – ҡурай сәскәһе формаһында. Яңы клиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Мурашко видеобәйләнешкә сығып былай тине:
- Был Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға. Пандемия осоронда ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән инде өсөнсө COVID-госпиталь. Ул медицина ярҙамының сифатын арыу ғына күтәрәсәк. Әле коронавирусҡа ҡаршы көрәште дауам итәбеҙ һәм төбәктәрҙә асылған заманса медицина учреждениелары был көрәшкә ҙур өлөш индерә.
Шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов та видеобәйләнешкә сыҡты. Ул Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға бәйле ҙур эштәр башҡарылыуын ыңғай телгә алды. Һәм ЛНР-ға ебәрелгән медицина бригадаһы белгестәренә һоҡланыуын белдерҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Сибайҙа ла инфекция госпитален асырға йыйынабыҙ. Былар барыһы ла – беҙҙең ҡаҙаныш. Республика Башлығы пандемия шарттарында кеше сәләмәтлеге һағында тороусыларға рәхмәт белдерҙе.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров госпиталь төҙөүҙә башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән материалдар ҡулланылыуын һөйләне.
Был тантаналы көндә төҙөүселәр һәм медиктарҙан бер төркөм дәүләт наградалары ла алды.
Фото: БР Башлығы сайтынан.