Күнекмәлә йәнәһе лә, тораҡ пункттарҙың береһенә йылғалағы боҙ тығындары арҡаһында һыу баҫыу янауы ҡаралды. Шартлатыусылар командаһы Шишмә районына барып, Сабыр һәм Петряев ауылдары янындағы иң хәүефле участкаларҙа Өршәк йылғаһы буйлап разведка үткәрҙе. Саперҙар үҙәндең киңлеген, боҙҙоң ҡалынлығын үлсәне, шартлатҡыс матдәләрҙең кәрәкле күләмен иҫәпләп сығарҙы һәм уларҙы һалыу өсөн мәке уйыу үткәрҙе. Шунан һуң һыу ятҡылығында боҙҙо шартлатты. Үҙәк хәрби округының инженер-сапер бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре күперҙәрҙе, гидротехник ҡоролмаларҙы һаҡлау һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү буйынса мәсьәләләрҙе ҡараны. Фото: Т. Аманов