Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2022, 22:59

Тәүлек эсендә муттар биш кешене алдарға өлгөргән

Октябрьский ҡалаһынан 34 йәшлек эшһеҙ ир интернетта өҫтәмә эш тураһында иғлан күреп, тәҡдим ителгән сайтта теркәлә. Күпмелер ваҡыт үткәс, уға "инвестиция компанияһы вәкилдәре" шылтырата. Муттарҙың алдағына ышанған ир ике ай дауамында финанс ойошмаларҙан кредиттар алып, төрлө иҫәптәргә аҡса күсергән. "Брокерҙар" уның менән бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына ир аферистарҙың тоҙағына эләккәнен аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән. Хәҙер эшһеҙ ирҙең төрлө банктарға ике миллион һумға яҡын бурысы бар.

Тәүлек эсендә муттар биш кешене алдарға өлгөргән
Тәүлек эсендә муттар биш кешене алдарға өлгөргән

Стәрлетамаҡтан 62 йәшлек пенсионер ҙа шулай уҡ интернетта өҫтәмә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп, тәҡдим ителгән сайтта теркәлгән. Уға "инвестиция компанияһы вәкилдәре" генә түгел, "банк хеҙмәткәре" лә шылтыратып, кредит картаһын асып, шундағы аҡсаны үҙҙәренә күсерергә өгөтләп күндерә. Пенсионер муттарға бер миллион һумға яҡын аҡсаны күсерә. Шунан һуң енәйәтселәр уның менән бәйләнеште өҙә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: