Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2022, 09:25

Ҡот осҡос фажиғә

Үкенескә күрә, һәләк булыусы бар.

Ҡот осҡос фажиғә
Ҡот осҡос фажиғә

Ҡариҙел район-ара суды «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡараны.

Судтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың июлендә иҫерек ир менән ҡатын араһында ыҙғыш сыға. Ир ултырғыс алып, ҡатынына бер нисә тапҡыр һуға. Асыу һаҡлаған ҡатын аш бүлмәһенә инә һәм бысаҡ ала. Ҡатын бер тапҡыр иренең күкрәк ситлегенә сәнсә. Йәрәхәтләнеүсене ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр - зыян күреүсе көнкүреш конфликтында вафат була.

Суд ҡатынды ғәйепле тип таныны һәм дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында язаға тарттырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Статьяның санкцияһы менән алты йылдан 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Әле хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.

Фото:Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: