Мәскәүҙә ҡурҡыныс фажиғә теркәлеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Бында 8 мартта төҙөлөш майҙансыҡтарының береһендәге тораҡта 23, 24, 38 һәм 46 йәшлек дүрт яҡташыбыҙҙың кәүҙәһе табыла. Уларҙың барыһының да Шишмә ҡасабаһынан булыуы асыҡлана.
Баҡтиһәң, 8 март алдынан дүрт вахтасы яҡташ байрам табыны ҡороп ебәрә. Ә иртәнсәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәрҙең береһе лә уянмай. Тәфтишселәр уларҙың үлем сәбәбе тип һөрөм газы менән ағыуланыуҙы атаны. Мәрхүмдәрҙең яҡындары иһә быға ышанырға теләмәй һәм ентекле тикшереү ойоштороуҙы талап итә.
– Улар менән бергә тағы ла бер кеше булған, тинеләр. Йәнәһе, бергә байрам иткәндәр. Әммә фажиғә булырҙан алда ҡустымдың ҡыҙы уның менән видеобәйләнеш аша һөйләшкән. Улар дүртәүһе тыныс ҡына ултырған. Шуныһы шикләндерә, бер нисә көн элек кенә улар эш хаҡы алғайны. Ә, бәлки, берәйһе аҡсаларын үҙләштереү өсөн был фажиғәне ойошторғандыр? Эш биреүселәре яҡындарыбыҙҙың кәүҙәләрен алып ҡайтырға ла ярҙам итмәне. Үҙебеҙ аҡса табып, ҡустыбыҙҙы алып ҡайттыҡ. Һуңыраҡ был хәлде ныҡлап тикшертмәксебеҙ, – тигән егеттәрҙең береһенең апаһы.
Иң аяныслыһы, эш биреүсе һәләк булған егеттәрҙең туғандарына шылтыратып был фажиғә тураһында хәбәр ҙә итмәгән. Улар был хәл тураһында интернет аша белеп ҡалған.
Бөтә яҡташтарыбыҙҙың дә балалары етем ҡалған, һөйөклө ҡатындары, ата-әсәләре. Тик дөрөҫлөк табылырмы? Әлегә билдәһеҙ...
Фотола: Шишмәнән Алмаз, егеткә ни бары 22 йәш булған.