- Киләһе аҙнаның башында Рәсәйҙең төньяҡ райондарынан һалҡын циклон күсеү менән республика буйынса урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһының әллә ни күтәрелеүе көтөлмәй, - тип хәбәр итте белгестәр. Синоптиктар билдәләүенсә, был аҙнала республикала аномаль һыуыҡтар күҙәтелде - һауа температураһы норманан 4-5 градусҡа түбән булды. Ял көндәрендә, 12 һәм 13 мартта, был фон үҙгәрмәйәсәк, сөнки һауа торошона арктик диңгеҙҙәрҙең һалҡын һауа йоғонтоһо дауам итәсәк. Термометр бағанаһы төндә - 14-21, аяҙытҡанда 23-30 градусҡаса һыуыта, көндөҙ - 4-10, урыны менән 15 градусҡаса һалҡынайта. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй - ел көсәйгәндә көньяҡ райондарҙа ғына бер аҙ ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә.
Фото: Т. Аманов