Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2022, 19:40

Ир үҙенең бәләкәй ҡыҙҙарын мунсаға алып барған һәм улар менән ҡот осҡос эш ҡылған

Был хаҡта ҡыҙҙарҙың әсәһе хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр иткән.

Ир үҙенең бәләкәй ҡыҙҙарын мунсаға алып барған һәм улар менән ҡот осҡос эш ҡылған
Ир үҙенең бәләкәй ҡыҙҙарын мунсаға алып барған һәм улар менән ҡот осҡос эш ҡылған

Өфөлә ҡатын ирен уларҙың 8 йәшлек ҡыҙҙарын аҙҙырыуҙа ғәйепләй.

Уның һүҙҙәренсә, тормош иптәше һәм балалары ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа килә. Ир ҡыҙҙарын мунсаға алып барған һәм эске кейемен сискән, ләкин һуңынан шунда уҡ кире кейгән. Был ваҡытта мунсаға ҡыҙҙарҙы йыуырға өләсәһе ингән, ә атаһы өйөнә ҡайтҡан.
Ир полиция хеҙмәткәрҙәренә осраҡлы ғына сисенеүен һәм уның бер ниндәй ҙә аҙғын ниәте булмауын аңлатҡан. Билдәле булыуынса, быға тиклем ул енәйәт һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылмаған, ә ғаилә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә контролдә тормай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: