-4 °С
Болотло
Полиэтилен ҡапсыҡты ике ҡат итеп һалығыҙ ҙа, өҫтөнә өс ҡат бәҙрәф ҡағыҙы йәйегеҙ. Һуңынан 1 литр һыуға ике ҡалаҡ 3 процентлы водород перекисе һалып, резина груша менән ҡағыҙҙы сылатығыҙ. Аҡ башын өҫкә ҡаратып, 1 сантиметр аралығында бәрхәт гөл орлоҡтарын һалығыҙ һәм пакетты төрөгөҙ. Стаканға 0,5 – 1 см һыу һалып, ошо материалды ултыртығыҙ. Ҡағыҙ һәр саҡ дымлы тороп, бәрхәт гөл тиҙ генә шытасаҡ. Өс аҙна үҫтергәс, үрсетмәне айырым һауыттарға ултыртығыҙ.