Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2022, 12:31

Бөгөн – Бөтә донъя ананас көнө

Эйе, шундай дата билдәләнгән календарҙа. Бына һиңә, мә! Ә картуф көнө бармы икән? Ниңә тап ошо көндө ананасҡа бағышлағандар? Баҡһаң...

Бөгөн – Бөтә донъя ананас көнө
Бөгөн – Бөтә донъя ананас көнө

Тап 12 мартта, 1970 йылда, Гавайяла ананастың иң тәмле сорты сығарылған, имеш. “DEN MONTE GOLD” тип атала ул. Унда март айында уңыш йыйыла икән.

Ананастың тыуған ере – Бразилия. Беҙҙең өсөн экзотик булған был емеш бик файҙалы. Составында әллә күпме витамин һәм минерал бар. Уны даими ашаған кешенең ашҡаҙан-эсәклегендә бер ниндәй ҙә проблема булмай.

Ҡытайҙа Яңы йыл табынына мотлаҡ ананас ҡуялар. Ул уңышты һәм муллыҡты символлаштыра.

1994 йылда Гиннесс рекордтары китабына 8 кг ауырлыҡтағы иң эре ананас индерелгән.

Һеҙҙең өсөн ананас менән бешерелгән бик тәмле печенье рецебы

10 порцияға иҫәпләнгән кәрәкле аҙыҡ-түлек: консерваланған ананас – 350 г, ҡатлы ҡамыр – 275 г, йомортҡа – 1 дана, шәкәр пудраһы – 3 г.

Әҙерләү: ананастарҙы һутынан алып, салфетка менән ҡороторға, йәйеп һалынған ҡамырҙы 10 өлөшкә бүлеп, өҫтөнә ананастарҙы һалып, урарға. Табаға һалғас, һәр береһенә йомортҡа һөртөргә. 200 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерергә.

Әҙер булғас, пудра һибеп, табынға ҡуйырға ла тәмләп ашарға ғына ҡала!

 

Бөгөн – Бөтә донъя ананас көнө
Бөгөн – Бөтә донъя ананас көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: