Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2022, 09:00

Ғаилә серҙәре

«Кем дә кем ғаиләһенә инеп-сығып ишекте ябыуҙы онотоп, ғаиләһе менән ни ҡылғанын һөйләһә, ул кеше хәрәм ҡыла», – тигән Мөхәмәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.  

Ғаилә серҙәре
Ғаилә серҙәре

Ир менән ҡатын шәхси тормошондағы һәр нәмәне сер  итеп һаҡларға бурыслы. Ғаилә серҙәре сит кешеләргә мәғлүм булырға тейеш түгел.

Мөхәмәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Кешеләр өсөн уҫал булған бәндә, мәҫәлән, йә берәй ир кеше, ҡатындар янына үтеп инеп, йә берәй ҡатын кеше, ир янына үтеп инеп, уларҙың серҙәрен таратһа, ундай кеше Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында яуап бирергә баҫыр», – тигән.

Ғаилә серен уңға-һулға таратыу, хатта яҡын туғаныңа һөйләү ғаиләгә ярҙам итмәй. Киреһенсә, зыян ғына килтерә.

Ғаилә сере тигәндә, иң беренсе нәүбәттә ир менән ҡатыңдың үҙ-ара мәсьәләләре, мөнәсәбәттәре, бер-береһенең хәле һәм башҡа нескәлектәре күҙ уңында тотола.

Һәр кемдең шәхси тормошо, ғаиләләге хәле ят кешеләр, күрше-күләндәр, туған-тыумасалар, дуҫ-иштәр өсөн ныҡлы сер итеп һаҡланырға тейеш.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: