Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 11:26

Йәрминкәлә хаҡтар "тешләшмәҫ"...

Кисә БР Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” үткәргәйне. Унда республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән инвестпроекттар ҡаралды. Радий Хәбиров палата президенты Тимур Хәкимовҡа пандемия осоронда башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә йәрминкәләр үткәрергә ҡушты. “Был аҙыҡ-түлек хаҡтарына бәйле ажиотажды кәметер”, – тине республика етәксеһе. Шулай итеп, республиканың һәр ҡалаһында, район үҙәгендә ял көнө йәрминкәләре ойошторолорға тейеш.

Йәрминкәлә хаҡтар "тешләшмәҫ"...
Йәрминкәлә хаҡтар "тешләшмәҫ"...

Өфөләге йәрминкәнең адрестары (русса бирәбеҙ):

12 мартта

- на участке автодороги по улице Правды (от улицы Таллинской до улицы Ухтомского);
- на площадке по улице Рабкоров, 20;
- на площадке возле парка «Волна» по ул. Ахметова;
- на площади перед Дворцом Спорта (ул. Р.Зорге,41),
- на площади им. С. Орджоникидзе по ул. Первомайской, 14;
- на площади перед Дворцом Молодежи по ул. 50 лет Октября, 21.

13 мартта

- на площадке по улице Рабкоров, 20;
- на площади перед Дворцом Спорта;
- на площади им. С. Орджоникидзе по ул. Первомайской, 14;

Эшләү ваҡыты – 10.00 – 16.00 с.

Йәрминкәлә хаҡтар "тешләшмәҫ"...
Йәрминкәлә хаҡтар "тешләшмәҫ"...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: