Быны улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу планына ярашлы эшләй.
Тиҙҙән вәзәмдәр Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юлланасаҡ. Маҡсаттары - башҡорттар араһында айыҡлыҡты пропагандалау һәм уларға башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү.
Районда башҡорт телендәге китап-журналдар йыйыу буйынса акция иғлан ителгән. Уға теләге булған һәр кем ҡушылып, эстәлекле баҫма өлгөләрен район китапханаһына тапшыра ала. 25 мартта Бәләкәй Арыҫланғол делегацияһы уларҙы Сембер ауылы халҡына тапшырасаҡ.
Китаптар район мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан Үҙәкләштерелгән китапханала ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: 89371558913