Спорт сараһын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
– Республикабыҙ халҡы исеменән биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында һәм Кубогында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Беларусь Республикаһы йыйылма командаһын айырыуса хөрмәтләп сәләмләйем. Улар – беҙҙең туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ. Спорт легендаларын, Олимпия чемпиондарын һәм призерҙарын башҡорт илендә күреүебеҙгә шатбыҙ. Һәр ҡатнашыусыға ла ғәҙел көрәш һәм ҙур еңеүҙәр теләйем! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ! Уңыштар һеҙгә! – тип сәләмләне республика етәксеһе.
Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры Виктор Майгуров Өфөлә уҙған ярыштарҙы юғары баһаланы.
– Пекинда уҙған Олимпиада тамашасыларһыҙ тиерлек булды. Башҡортостан – пандемия осоронда спорт көйәрмәндәре өсөн асылған тәүге төбәк. Ярыштың ҡалған көндәре тантаналы саранан кәм булмаҫ тип ышанам. Башҡортостанды Олимпиадала уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайым. Һуңы йылдарҙа Өфө биатлон комплексы яҡшы үҫешә, унда спортсылар өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә һәм Төмәндә 12 марттан 17 мартҡа тиклем биатлон буйынса Рәсәй Кубогы һәм чемпионатының йомғаҡлау этабы үтә. Был ярышҡа илебеҙҙең генә түгел, донъяның иң көслө спортсылары йыйылды. Чемпионатта спринт, эҙәрлекләү, масс-старт ярыштары ойоштороласаҡ. Беҙҙекеләрҙән Эдуард Латипов, Александр Логинов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Карим Халили, Кристина Резцова, Лариса Куклина сығыш яһаясаҡ.
Программаһы:
11 март:
15:00 – ярышты асыу тантанаһы
12 март:
11.00 – спринт, 10 саҡрым - ир-егеттәр
14.00 – спринт, 7,5 саҡрым – ҡатын-ҡыҙҙар
14 марта:
11.00 – эҙәрлекләү ярышы, 12,5 саҡрым – ир-егеттәр
13.30 – эҙәрлекләү ярышы, 10 саҡрым– ҡатын-ҡыҙҙар
16 марта:
11.00 – масстарт, 15 саҡрым - ир-егеттәр
13.30 – масстарт, 12 саҡрым – ҡатын-ҡыҙҙар