Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 21:49

Уҡыусылар "Һөт кухняһы" менән танышты

«Һөт кухняһы»на  экскурсия тәүгә генә үткәрелмәй,  йыл дауамында ойошторола. Цехҡа, ғәҙәттә, урта һәм өлкән синыф уҡыусылары саҡырыла.

Уҡыусылар "Һөт кухняһы" менән танышты
Уҡыусылар "Һөт кухняһы" менән танышты

«Экскурсиялар балаларҙы етештереү цехы  менән таныштырыу маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың барышында һөт ҡабул итеүҙән алып әҙер продукция сығарыуға тиклемге бөтә күренеш бәйән ителә. Бәлки, киләсәктә улар араһынан кемеһелер беҙҙең өлкәлә эшләргә теләр», – ти Нефтекама ҡалаһының «Һөт кухняһы» структура бүлексәһе начальнигы Илгиз Фәйзуллин.

 Экскурсия ваҡытында балалар эремсек һәм һөттө төргәккә төрөү процесын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, лабораторияға инеп сыҡты. Һуңынан һөт кухняһы продукцияһын тәмләп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе.

– Миңә уларҙың нисек етештергәнен һөйләүҙәре ҡыҙыҡлы булды. Тәмләп тә ҡараным.  Бигерәк тә эремсектең нисек әҙерләнеүен мауығып күҙәттем, – ти Милана Камалова.

Әйткәндәй, бөгөн «Һөт кухняһы» кескәй балаларҙы туҡландырыу өсөн 17 төр продукция сығара. Уртаса күләме – тәүлегенә 1000 килограмм самаһы. Был бүлексәлә бөгөн 4,5 меңдән ашыу ҡала кешеһе, 32 ауырлы ҡатын-ҡыҙ бушлай һөт ризыҡтары ала.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: