Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 10:05

Туй көнөндә кейәүгә сығыуҙан баш тартҡан

Ҡыҙ никах теркәү тантанаһында буласаҡ иренең баш кейемен йыш төҙәтеүенә иғтибар итә. Тәүҙә быға әллә ни әһәмиәт бирмәй.

Туй көнөндә кейәүгә сығыуҙан баш тартҡан
Туй көнөндә кейәүгә сығыуҙан баш тартҡан

Унан ҡунаҡтар араһынан берәү кейәү кешенең парик йөрөтөүен хәбәр иткәс, буласаҡ кәләш аптырап, егеттең үҙенән һорарға була. Уныһы был һүҙҙәрҙең ысын булыуын белдереп, паригын сисеп тә күрһәтә. Ҡыҙ аңын юғалтҡас, егет әйткәненә бик ныҡ  үкенгән. Аңына килгәс, кәләш кеше пеләш егеткә кейәүгә сығырға йыйынмауын белдерә. Һөҙөмтәлә никах теркәү тантанаһы булмай, ә егеткә  ғаиләһе менән өйөнә ҡайтырға тура килә.

Был хәл Һиндостанда була. Баҡтиһәң, егет пеләш булыуын оҙаҡ ваҡыт ҡыҙҙан йәшереп йөрөгән икән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: