Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 13:57

Тағы бер ҡайғылы хәбәр йөрәкте әрнетте...

Украиналағы махсус хәрби операция барышында тағы бер яҡташыбыҙҙың - өлкән лейтенант Илвир Илмир улы Ғәлләмовтың ғүмере өҙөлдө. Ауыр ҡайғы тураһында Кушнаренко районының Шәрип ауыл хакимиәте белгесе Вадим Шапилов хәбәр итте.

Тағы бер ҡайғылы хәбәр йөрәкте әрнетте...
Тағы бер ҡайғылы хәбәр йөрәкте әрнетте...

Илвир Ғәлләмов Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында тыуып үҫкән. 2015 йылда мәктәпте тамамлаған егет Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инә. 2020 йылда контракт буйынса хеҙмәт итә башлай.

Илвирҙың ата-әсәһе, ҡатыны ҡалған.

Шәрип ауылы хакимиәте башлығы Марсель Мирғәлиев һәләк булған офицерҙың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, яҡташыбыҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәренең өлкән лейтенанты Илвир Илмир улы Украинала барған махсус операцияла, хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды, тине: "Уның туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был беҙҙең өсөн оло юғалтыу. Илвир тормошто һөйгән, ярҙамсыл егет ине. 25 йәшлек лейтенант беҙҙең йөрәктәрҙә, хәтерҙә барыбыҙ өсөн дә ғүмерен биргән батыр булып һаҡланасаҡ".

Батыр егет менән бөгөн хушлаштылар. Илвир Ғәлләмовтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Башҡа ғаиләләрҙе бындай бәлә урап үтһен! Хеҙмәттәге балалар һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Тағы бер ҡайғылы хәбәр йөрәкте әрнетте...
Тағы бер ҡайғылы хәбәр йөрәкте әрнетте...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: