Быйыл "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса Өфөлә биш һаулыҡ һаҡлау объектына юлды ремонтлайҙар. Дөйөм оҙонлоғо - 4 км.
Айырыуса беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүсе учреждениеларға барған юл тәү сиратта ҡараласаҡ.
Мәҫәлән, быйыл 1-се республика наркология диспансерына илтеүсе Суворов урамын ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ планда Спорт медицинаһы реабилитация үҙәгенә, 3-сө поликлиникаға, Республика стоматология поликлиникаһына юлдар төҙөкләндереләсәк.
Фото: Минтранс РБ.