Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 14:01

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәүзиә Латипова 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәләм оҫтаһы, билдәле журналист һәм йәмәғәт эшкәмәкәре Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Ейәнсура районының Ағурҙа ауылында тыуған.  1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1971 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәте, 1977 йылдан – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 1993—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең  бүлек мөдире.

Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһында «Изгелектәр генә эҙләйем» (2006), «Донъяны биҙәй улар» (2006) очерктар китаптары, социаль темаларға мәҡәләләр авторы.

Беҙ уны юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: