Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 12:25

Хөкүмәт туриндустрия инфраструктураһы өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалымды биш йылға туҡтатып торорға ниәтләй

Был Башҡортостанда туристик объекттарҙы төҙөгән йәки ҡуртымға биргән инвесторҙар өсөн бик яҡшы хәбәр. Әлеге ваҡытта илдә туризм өлкәһендә өҫтәмә хаҡҡа һалымдың иң юғары ставкаларының береһе (20%) ҡулланыла, шуға ла инвесторҙарҙы туризм өлкәһе артыҡ ҡыҙыҡтырмай ине. "Беҙ хөкүмәт тарафынан ошондай сараларҙы ныҡ көттөк. Был беҙгә яңы инвесторҙарҙы йәлеп итергә, туристик базалар, ҡунаҡханалар һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, - ти Рәсәй туризм индустрияһы союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин. - Илебеҙҙә заманса сифатлы отелдәр дефициты күҙәтелә. Ләкин тиҙҙән Башҡортостанда ла ошо тармаҡта ярайһы алға китеш буласаҡ - туристарҙың, сәйәхәтселәрҙең, ял итеүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн конкуренцияға һәләтле бәләкәй ҡунаҡханалар, туристик базалар селтәрен булдырасаҡбыҙ".

Хөкүмәт туриндустрия инфраструктураһы өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалымды биш йылға туҡтатып торорға ниәтләй
Хөкүмәт туриндустрия инфраструктураһы өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалымды биш йылға туҡтатып торорға ниәтләй

Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, ҡарар "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә ҡабул ителде.

"Килеп тыуған хәлгә бәйле яҡын арала илдә ял итеүселәр һанының күпкә артыуы күҙаллана. Яңы сара ҡунаҡхана-туристик тармаҡҡа ярҙам итеп, уның тиҙ үҫеүенә шарттар тыуҙырырға мөмкинлек бирәсәк. Тәүге биш йыл - бизнесты үҫтереү өсөн иң мөһим осор. Был сығымһыҙ эшләү кимәленә сығыу осоро, шуға күрә тап ошондай осорҙа ярҙам итеү йәһәтенән төп бурыстар билдәләнде. Яңы сара тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итәсәк, ил граждандары яҡшы ял итһен өсөн яңы объекттар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк ", - тине Дмитрий Чернышенко.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: