Айырыуса Яҡын Көнсығыштан күп икән: үҙҙәре әйтеүенсә, азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашырға теләүселәр 16 меңдән ашыу. Улар ғариза яҙған.
Барһындармы, тип үк һораманы Шойгу, шулай ҙа Президенттың хуплауын көттө: “Беҙ кешеләрҙең теләгенә ыңғай ҡарауҙы дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ, аҡса өсөн түгел, ә үҙҙәре теләп баралар”, – тине оборона министры.
“Беҙ украин режимын яҡларға бөтә донъянан наемниктар йыйылыуын күрәбеҙ. Көнбайыштағы спонсорҙар быны йәшермәй ҙә. Халыҡ-ара хоҡуҡтарға ла ҡарамайҙар.
Шуға ла әгәр кеше үҙе теләп, етмәһә, аҡса ла өмөт итмәй, Донбаста йәшәүселәргә ярҙамға ынтыла икән, уларға хәрби хәрәкәттәр зонаһына барып етергә ярҙам итергә кәрәк”, – тип хуплаған Владимир Путин.
Фото: Кремлин.ру