Башҡортостан Башлығы республиканың ҡайһы предприятиелары импортҡа алмашҡа әҙерлеген белдерҙе:
– Импортты алмаштырыуҙы беҙ бөгөн генә башламаныҡ. 2014 йылдан бирле ошоға әҙерләнәбеҙ. Бөгөн беҙ һәр предприятие менән тығыҙ аралашабыҙ. Проблеманы аңларға һәм анализларға тырышабыҙ. Республиканың юғары технологиялы эре предприятиелары күптән санкциялар ҡыҫымында. Мәҫәлән, беҙҙә етештерелгән вертолеттарға Украинаның һәм Францияның двигателдәре ҡуйыла ине. Ә бөгөн Башҡортостан компаниялары вертолеттар өсөн двигатель булдырҙы.
Газды транспортлау системаһын алып ҡараһаҡ, газ ҡыуыуҙа Siemens йә Украина агрегаттары ҡулланыла ине. Хәҙер беҙ хәрби авиация двигателен үҙгәртеп, «Газпром» станцияларында файҙалана башланыҡ. Мин АЛ-31СТ авиадвигателе хаҡында әйтәм. Беҙгә был эштә «Газпром» һәм Ростех компаниялары ярҙамға килде.
Йәғни беҙ әҙерләнә инек. Илебеҙҙә етештерелгән продукцияны ҡулланыу дәүмәле йылдан-йыл артып бара. Мәҫәлән, Санкт-Петербург трактор заводы. Ул «Кировец» тракторҙары етештерә. Ауыл ерендә был техниканы йыш осратырға мөмкин. Завод John Deere, CLAAS кеүек сит ил предпритиеларының техникаһын алмаштырасаҡ. Хәҙер завод тирәләй башҡа илебеҙ предприятиелары берләшәсәк һәм уға запас өлөштәр оҙатасаҡ.
Башҡортостан станоктар төҙөү заводы үҫешә. Мәҫәлән, элекке йыл унда ике генә станок һатылһа, былтыр 69 станок. Тимәк, Рәсәй компаниялары Башҡортостан техникалары менән файҙаланасаҡ.