Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Март 2022, 19:57

БДУ студенттары илебеҙ һалдаттарын ҡеүәтләп флешмоб башланы

400-ләгән студент бер майҙанға йыйылды.

БДУ студенттары илебеҙ һалдаттарын ҡеүәтләп флешмоб башланы
БДУ студенттары илебеҙ һалдаттарын ҡеүәтләп флешмоб башланы

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының спорт майҙансығында «БДУ-ла яҙ» флешмобы үтте. Уҡыу йортоноң төрлө факультетынан 400 тирәһе студент бер майҙансыҡҡа йыйылды.

«Ҡышҡы сессия тамамланды, хәҙер инде уҡыуҙан тыш, төрлө форум һәм конкурста ла ҡатнаша алаһығыҙ. Күп сараның яҙ үткәрелеүе осраҡлы түгел. Әле БДУ-ла студент профсоюз ойошмаларының форумы башланды. Тиҙҙән «Студент яҙы» башланасаҡ, һеҙ унда һәләттәрегеҙҙе асып һалырһығыҙ тип ышанам. Әүҙем булығыҙ! Һеҙгә тик еңеүҙәр генә теләйем!» - тип сәләмләне студенттарҙы уҡыу йортоноң тәрбиә эштәре буйынса проректоры Рәшит Сафин.

Студенттар яҙҙы ҡаршылау сараһынан тыш, Рәсәй Ҡораллы көстәренә теләктәшлек белдереп, Z хәрефе формаһында теҙелеп баҫты һәм илебеҙ байраҡтарын күтәрҙе. Әүҙем студенттар, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүселәре Гөлнара Байғужина һәм Гөлйемеш Ҡылысова ҡатнашыусыларҙы йырлы сәләм менән ҡыуандырҙы. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө флешмобтың хедлайнеры булараҡ сығыш яһаны.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: