-10 °С
Болотло
Февралдә ғинуар айы менән сағыштырғанда Башҡортостанда айырыуса лимон, әфлисун һәм груша ҡиммәтләнгән. Бер айҙа ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уртаса 26 процентҡа, 21,6% һәм 15,3% артҡан һәм 134,59, 109,70 һәм 187,71 һум тәшкил иткән. Был хаҡта Башстат хәбәр итә.
Шулай уҡ бер айҙа республикала виноград, ҡыяр һәм кәбеҫтә һиҙелерлек ҡиммәтләнгән. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 9,6-13,6 процентҡа артҡан.
Арзанайған аҙыҡ-түлек иҫәбендә - сөгөлдөр (5,2%) һәм тары ярмаһы (4,2%). Хәҙер улар 41,13 һәм 50,94 һум тора.
Фото: Т. Аманов